- Мине туғыҙынсы этаждан тәҙрәнән генә ташлағыҙ, зинһар. Бер ниндәй ҙә ярҙам кәрәкмәй м...
- Мине туғыҙынсы этаждан тәҙрәнән генә ташлағыҙ, зинһар. Бер ниндәй ҙә ярҙам кәрәкмәй миңә! Арыным. Йәшәремде йәшәнем. Кешене лә, үҙемде лә яфалағым килмәй. Зинһар, ырғытығыҙ, -тип ялбарҙы Зоя Михайловна. - Оҙаҡ түҙҙем. Инде сабырлығым һынды, йәшәгем килмәй... Уның күҙҙәренән тәгәрләгән йәштәре Ғәлимәнең күңелен тетрәндерҙе. Уйға һалды. Кеше шулай йәшәй - йәшәй ҙә көндәрҙең береһен дә кеше көнөнә ҡалып, үлем һорап ятһын әле. Ғәлимә Зоя Михайловнаның һүҙҙәренә иғтибар итмәҫкә тырышты: - Сәй эскегеҙ киләме? Әйҙәгеҙ сәй ҡуяйым. Аллаһ сабырлыҡ бирһен. Аллаһы биргән ғүмерҙе йәшәмәй, ул ҡушҡанды күрмәй гүргә инеп булмай. - Юҡ, юҡ. Түҙер әмәлем ҡалманы. Арыным, ҡыҙым. Бер нимә лә ашағы ла килмәй. Әле бөгөн дуҫтарым килде.Улар ҙа минең тәҙрәнән төшөүемде һоранылар, - тине. Ғәлимә аңламаны. Бөгөн бит берәү ҙә килмәне. Ниңә улай тине һуң әле? - Һеҙгә тынысланып аҙ ғына йоҡлап алырға кәрәк. Бына күреп торорһоғоҙ, тиҙҙән һауығып йүгереп йөрөрһөгөҙ әле. - Ҡайҙан инде, нисек йүгерә ти, - тауыш ҡалтыранып сыҡты. https://ejansura.ru/articles/hikaya/2026-09-27/sidelka-4826548