– Һаумы, улғынам. Бына, бөгөн дә килдем әле. Һағындыраһың бит, түҙер әмәлдәр ҡалманы, –...
– Һаумы, улғынам. Бына, бөгөн дә килдем әле. Һағындыраһың бит, түҙер әмәлдәр ҡалманы, – сәстәре саллана башлаған ир бер ҡәбер янына барып сүгәләне лә, бағанаға беркетелгән фотоға ҡарап, һөйләшә башланы. – Үткән аҙнала ла, кисә лә килгәнде әсәйеңә әйтмәнем. Ул да бик бөтөрөнә. Ошо арала икәүләп килербеҙ әле. Бәлки, Сәлимә һеңлеңде лә алып килербеҙ. Ә бөгөнгә яңғыҙым килдем. Тынлыҡта ултырайым, тим. Һинең менән һөйләшә-һөйләшә ҡартайың менән Хәмзә олатайыңдың ҡәберен таҙартайым. Быйыл көҙгөлөккә һиңә ҡәбер ташы ҡуйҙырырға һөйләштек. Класташтарың, ярҙамдан булһын тип, аҡса алып килгәйне. Мулла ла гүр хәйереңде алыуҙан баш тартты бит. “Бигерәк йәшләй китте, фәрештә йәнле бала булды. Һеҙҙең дә сығымлы сағығыҙ. Өйөгөҙҙө эшләп бөтөрөгөҙ, бер-бер артлы тағы өс балағыҙ үҫеп килә. Ҡулығыҙ оҙайғас, һарыҡ алып, ҡорбан салдырырһығыҙ”, – тине. Тик һиңә тип инселәгән аҡсаны башҡа эшкә тотонғо килмәй, шуға ҡәбер ташы эшләтербеҙ. Эй, балаҡайым, етешмәгән донъя артынан ҡыуып, һиңә әллә ҡасан уҡ вәғәҙәләгән планшетты ла алып булманы бит. Иҫке ноутбук менән йөрөгәнгә курсташтарың көлмәнеме икән? https://ejansura.ru/articles/hikaya/2026-09-23/ul-ynam-4822538