Йәшлек мөхәббәте Фәрғәтте тағы ла күркәмерәк итте. Хәҙер инде армияға барыу уның өсөн н...
Йәшлек мөхәббәте Фәрғәтте тағы ла күркәмерәк итте. Хәҙер инде армияға барыу уның өсөн намыҫ эше булып күренде. Һөйгән ҡыҙы алдында армияла булып ҡайтыуҙы ирҙәр эше тип ҡабул итте һәм яҙын, тәүге тамсылар мәлендә, әсәһенең тыуған көнөндә саҡырыу ҡағыҙы алды. Армияға китәһе көнгә аҙна самаһы ҡалғас, Таймаҫҡа ҡайтып, олаталарын күреп китергә булды. Армияға китәсәген хәбәр иткәс, олатаһы менән өләсәһе бәләкәсәйеп ҡалғандай булды, тынып ҡалдылар. Ейәненең ҡупшы кәүҙәһенә һылашып торған кейеме, үҙенсә көйҙәлек менән ҡайтарылған күлдәк яғаһы, ышаныслы ҡарашы уның малайлыҡтан сығып, тормошҡа үҙаллы мөнәсәбәте барлығын күрһәтеп, үҙ һүҙле Минегәрәйҙе лә тынып ҡалырға мәжбүр итте. - Олатай, һин мине уҡтан тура атырға өйрәттең. Бына хәҙер шулар кәрәгә лә инде,- тине Фәрхәт уларҙың күңелен күреп. Өләсәһе ҡарттарса түҙемһеҙләнеп: - Алға сыҡма, башыңды баҫып ҡына йүгер, кешегә атма, улар бит дошман түгел, үҙебеҙҙекеләр…- тип үкһеп ебәрҙе. - Өләс, тыныслан инде, беләм, мин унда эләкмәм, Себер яғына ебәрерҙәр, бәлки, но унда һыуыҡ… - Һыуыҡҡа түҙерһең, утҡа түҙеп булмай, улым, әллә ниндәй утлы осорға тура килде әрмең! https://ejansura.ru/articles/hikaya/2026-09-23/fortuna-4822509