16 йәшлек сағым. Өҙөлөп ғашиҡ булдым. Ул да мине ярата. Мәктәптән һуң оҙата, кистәрен о...
16 йәшлек сағым. Өҙөлөп ғашиҡ булдым. Ул да мине ярата. Мәктәптән һуң оҙата, кистәрен осрашабыҙ ҙа, бер-беребеҙгә ҡарап туя алмай, урам буйлап йөрөйбөҙ. Мәктәптә дәрес ваҡытында бер-беребеҙгә хаттар яҙабыҙ ҙа, тәнәфес ваҡытында тапшырабыҙ. Шулай бәхетле генә мәлдәр кисергәндә, беҙҙең мәктәпкә сит өлкәнән ваҡытлыса уҡырға бер ҡыҙ килде. Минең егетем тегегә ғашиҡ булды ла ҡуйҙы бит! Мин, ысынын әйтәм, үлер сиккә еттем! Үҫмер осорҙа барыһы ла яҡын ҡабул ителә бит! Бер көн “үлергә!” тигән ҡарарға килдем. Төштән һуң бер кем өйҙә юҡ, атай-әсәй эштә. Диванға ултырғайным, йоҡлап киткәнмен. Һәм ғүмерем буйы онота алмаған төшөмдө күрәм... https://ejansura.ru/articles/hikaya/2026-03-28/f-resht-m-ot-ar-y-4628577