Сәлимәнең генә балаға ҡарата мөнәсәбәте сәйер булды. Сабыйын бер ҡасан да ҡулына алып я...
Сәлимәнең генә балаға ҡарата мөнәсәбәте сәйер булды. Сабыйын бер ҡасан да ҡулына алып яратманы. Бала имеҙеүҙе лә Хоҙай тарафынан үҙенә ебәрелгән яза кеүек күрҙе. Илап-ярһыған сабый янына ла барырға ашыҡманы. Сәғитйән түҙмәй, Айнурҙы әүрәткән сағында ла һалҡын, томһа ҡалды. Ә үҙе баланан һуң сәскә атҡан гөл һымаҡ тағы ла нығыраҡ һылыуланды. Түштәре, янбаштары түңәрәкләнде. Күҙҙәрендә ирҙәрҙе ылыҡтыра торған һибелеүсе сатҡылар тоҡанды. https://ejansura.ru/articles/hikaya/2026-07-28/u-yr-y-4764949