Тик йөрәгенең иң төбөндә, гүйә, кескәй генә сатнау яралды һәм сытыр-сытыр килеп, дауа б...
Тик йөрәгенең иң төбөндә, гүйә, кескәй генә сатнау яралды һәм сытыр-сытыр килеп, дауа белмәҫ һыҙланыу яралтып, төрлө яҡҡа тарала, йәйелә, киңәйә башланы. Ихтыярына ҡуйып тыймаһаң, һис шикһеҙ, ул сатнау йөрәкте генә түгел, ә уның барса ағзаларын, мейеһен, тән-кәүҙәһен селпәрәмә итергә янай ине... «Һаҡла мине! Мине һаҡла!» Зиһене шулай тип ҡысҡырҙымы уға, әллә күңеле илап ял-барҙымы шулай... Ул ниндәйҙер эске бойороуға буйһоноп күҙҙәренән атылып сығырға ынтылған хис-тойғоларына кәртә ҡуйырға булдырҙы. https://ejansura.ru/articles/hikaya/2025-07-19/eske-tyyyl-an-sa-ta-hik-y-4318959