Ирҙе ир иткән дә, хур иткән дә ҡатын тейҙәр. Бөгөнгө хикәйә, өс бала атаһы,һөйөклө ир, ...
Ирҙе ир иткән дә, хур иткән дә ҡатын тейҙәр. Бөгөнгө хикәйә, өс бала атаһы,һөйөклө ир, ғаилә башлығы Азаттың, татлы минуттарға алданып, ҡатынын, балаларын мәңгелеккә юғалтыуы, урам буйында ҡалыуы тураһында булыр. Рәйлә ғаиләлә бер генә бөртөк иркә ҡыҙыҡай булып үҫә. Ата-әсәһе бер бөртөк ҡыҙҙарына бер нимә лә йәлләмәйҙәр. Уҡып бөткәндә уның ҡала уртаһында фатиры, ҡиммәтле машинаһы ла бар ине инде. Күңел асып, теләгәнен ашап, теләгәнен кейеп үҙе өсөн генә йәшәй башланы Рәйлә. Кейәүгә сығыу, бала табыу уның хыялында юҡ ине, бөтөнләй. Төн йокомдо йоҡламай бала ҡарап, иргә ашарға бешереп ултырмаҫмын инде тип кенә ҡуя ул, кейәүгә сыҡ миңә тип тәҡдим яһаған егеттәргә. https://ejansura.ru/articles/hikaya/2025-05-10/merlek-hata-y-ki-hataly-mer-4229659