– Баламды бир! – тине.
– Баламды бир! – тине. Ҡатын Сафияға боролдо, ҡарашы бөтөнләй ят кешенеке, беренсе күргәндәге ише ҡурҡыу ҡатыш аптыраулы ине. Ирҙең ирендәрендә йылмайған төҫ сыҡты, әммә ҡарашы ҡаты һәм һынсыл. Ҡатыны иренә русса ниҙер әйтте, шунан Сафия яғына боролдо ла үкереп ебәрҙе: – Һиңә нимә кәрәк? – Баланы бир! Был минең бала! – Ни-мә-ә? Аҡылыңдан яҙҙыңмы әллә? – Баламды бир! Ҡатын, йылмайған төҫ сығарып, эргәһендәгеләргә ҡараны, йәнәһе, бындай ҙа оятһыҙлыҡты күргәнегеҙ бармы, көпә-көндөҙ минең бала тип ныҡыша. Әммә күршеләре өндәшмәне. – Был минең бала! – Иҫ киткес битһеҙлекте күреп, Сафия юғалып ҡалды, тулҡынлана башланы. – Һин бит, уны тотоп ҡына ҡарайым, иремә күрһәтәм дә килтерәм, тинең. Беҙ күрше генә вагонда, тинең. – Нимә һөйләйһең һин? Мин һине беренсе тапҡыр күрәм, – ул иренә русса нимәлер әйтте, йөҙө боҙолдо, ағарҙы, ире өндәшмәй Сафияға ҡараны. – Мин бит уны имеҙеп ултырам, күрмәйһеңме ни! – Бир баламды! Сафия малайын тегенең ҡулынан тартып алырға теләп эйелгәйне, ҡатын баланы күкрәгенә ҡыҫты, ә ире Сафияны ҡаты итеп этеп ебәрҙе. Тауышҡа, шау-шыу сығаһын һиҙеп, пассажирҙар йыйылды, юлды ҡапланылар, арттағылар, эй, унда нимә бар ул, тип ҡыҙыҡһындылар. – Баламды бир! – тип йәнә ҡабатланы Сафия. Ул хәлдең етдилеген аңлай-төшөнә ине инде. – Был ниткән эш, ә? Ниндәйҙер аҡылынан яҙған бисә минең баланы алырға йыйына! – тип ҡысҡырҙы ҡатын, тирә-яғындағыларҙан ярҙам һорағандай, әле береһенә, әле икенсеһенә ҡаранып. Иң ҡурҡынысы һәм сәйере шул, ике башҡорт ҡатынынан башҡалары, эштең нимәлә икәнен аңламаған пассажирҙар яһил ҡатынды яҡлашты. https://ejansura.ru/articles/hikaya/2026-06-13/s-m-bala-4718853