- Ҡыҙым, һин хәҙер ҙур бит инде, - тип әкренләп кенә һүҙ башланы әсә. — Баштан үткән ҡа...
- Ҡыҙым, һин хәҙер ҙур бит инде, - тип әкренләп кенә һүҙ башланы әсә. — Баштан үткән ҡайғы беребеҙҙе лә урап үтмәне. Һин бөтәһен дә төшөнәһең, аңлап тораһың. Ҡайғыны ғүмер буйы үҙең менән һөйрәп йөрөтөүе, ай, ауыр. Унан арына белергә кәрәк. Шуның өсөн атайың менән миңә йыраҡҡа сәфәр сығырға тура килер. Бер Хоҙай үҙе генә белә, бәлки, гонаһтарыбыҙ ҙа булғандыр, уларҙан тәүбә итергә, ҡорбан килтерергә лә кәрәктер. Ҡыҫҡаһы шул, балам, беҙ хаж сәфәрендә йөрөп ҡайтырға тейешбеҙ. Ҡыҙ бала өнһөҙ ҡалды. Оҙаҡ ваҡыт үҙе генә ҡаласағын уйлап, күңелһеҙләнеп китте, баҙап ҡалды. Ҡорбан, хаж тигән төшөнсәләрҙе аңламай түгел, аңлай. Ҡорбан икән, ҡорбан! Иркә бала кеүек холоҡһоҙланып, ҡарышып ултыра торған ваҡытмы ни? — һеҙгә шулай кәрәк булғас, — тип кенә әйтте. — Эй, балам, аңлап тораһың. - Ҡатын ҡыҙының арҡаһынан тупылдатып һөйҙө. — Бының менән генә бөтмәгән бит әле. Күп аҡса ла кәрәк. Уны беҙгә бер кем дә килтереп тоттормаҫ. Тиҙ генә ваҡыт эсендә ҙур сумманы беҙгә ҡайҙан табырға? Кешенән алып торғо килмәй. Шулай булғас, үҙебеҙҙең генә мөмкинлектән сығырға ҡала. Уйлап ҡараһаң, фатир тулы мөлкәт, күбеһенең кәрәге лә юҡ. — Һатырға кәрәк булырмы? — Эйе, ҡыҙым, баш һау булһа, мал табылыр. Ҡайтмаҫ ергә киткәндәрҙе генә ат башындай алтын биреп тә ҡайтарып булмай. Тын ҡалдылар. Илмира әсә ҡарары менән һис һүҙһеҙ килешә ине. Шунан фатирҙағы йыһаздарҙы күҙҙән үткәрҙеләр. https://ejansura.ru/articles/hikaya/2026-06-15/m-zhiz-g-yshanam-4719763