Башҡортостанда +25 градусҡаса йылыта
Синоптиктар алдағы өс көнгә һауа торошон хәбәр итте.
Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, шаршамбы, 16 сентябрҙә, урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы көтөлә, көндөҙ йәшенле ел көньяҡтан талғын, көндөҙ йәшен ваҡытында көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +8, +13°, таулы райондарҙа +3° тиклем, көндөҙ +20, +25°.
Кесаҙна, 17 сентябрҙә, ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, урыны менән йәшен йәшнәүе, республиканың көньяҡ-көнсығышында яуым-төшөмһөҙ булыуы фаразлана. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан, төньяҡ-көнбайыштан талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +8, +13°, көндөҙ +16,+21°.
Башинформ алдан хәбәр иткәнсә, көҙҙөң тәүге айы Башҡортостанда халыҡты уңайлы һауа торошо менән ҡыуандырасаҡ ☀
Рәсәй гидрометеорология үҙәге мәғлүмәттәре буйынса,…