📍Хәйерле иртә, ҡәҙерле дуҫтар!
📍Хәйерле иртә, ҡәҙерле дуҫтар! Өс көн генә... Ҡабатлайым нисәнсе көн Эстән генә: - Был ғүмерҙәр, әйтерһең дә, Өс көн генә... Асыу тотоп йөрөү – гонаһ, Кисерә бел, Бөгөн әйтер үпкә һүҙен Күсерә бел. Осрашыуҙан-күрешеүҙән Тороп ҡалма, Хаталарыңды туҡтауһыҙ Иҫкә алма. Бәләкәй генә шатлыҡҡа Һөйөнә бел, Етешмәгән, етмәгәнде Уйлама гел! Ҡәҙерлә һәр көндө, - тимен Эстән генә – Был ғүмерҙәр, әйтерһең дә, Өс көн генә... Фирүзә Абдуллина.