Көҙгө урман...Ҡарағайҙар гүйә
Көҙгө урман...Ҡарағайҙар гүйә Яҙҙа тороп ҡалған, аҙашып, Ә ҡайындар - фәрештәләй тора Ҡанаттары күккә олғашып. Аяғаҫты - юрған, күбәләктәр: Йәшел, һары көрән төҫтәрҙә. Шул юрғанды көҙгө илаҡ ямғыр Йыуып йыуа, бирелеп хистәргә. Кемдер китә, кемдер килә был мәл, Япраҡ төшкәс бөрө ҡыуана. Тәбиғәтең үҙе ҡанундары: Рашҡы яуа, көндәр һыуына. Илай-илай миҙгел алмашына, Аҙаҡ сафлыҡ баҫа бар ерҙе. Ауырлыҡтар аша килгән уңыш Ҡәҙерле шул, бигерәк ҡәҙерле.Хәлиҙә Шәйәхмәтова.