Перейти к содержимому
Максиметер

📍Бер көндө тәлмәрйендәр үҙ-ара ярышырға булған. Тау үренә беренсе булып менергә теләгә...

📍Бер көндө тәлмәрйендәр үҙ-ара ярышырға булған. Тау үренә беренсе булып менергә теләгәндәр байтаҡ ҡына йыйыла. Уларҙың һикерәңләп, бер-береһен уҙырға маташҡанынан ҡыҙыҡ табып көлөргә бик күп йәнлек тә килә. Стартҡа команда бирелеү менән улар эсен тотоп көлә башлай: - Ҡарағыҙ, ҡарағыҙ, улар бит хәҙер ярты юлға ла етә алмаясаҡ, ҡолап төшөп бөтәләр!.. - Тауға менеү һеҙҙең өсөн түгел шул!... - Был мәхлүктәр бер ҡасан да ҡаяға менеп етә алмаясаҡ!... Үҙҙәрен мыҫҡыл итеүгә түҙә алмаған тәлмәрйендәр, хәлдәре бөтөп, бер-бер артлы түбән тәгәрәп төшөп бөтәләр. Араларында берәү генә тырышып-тырмашып теләгәненә ирешә. Барыһы ла аптырауға ҡала: “Нисек инде бәләкәй генә йән эйәһе кескәй генә аяҡтары менән бейек тауға менә алды?!” Төшкәс, тәлмәрйендәрҙең береһе уның янына бара ла: “Ҡая үренә менеү серең менән уртаҡлаш әле”, - тип үтенә. Ә уның сере ябай ғына: тәлмәрйен һаңғырау була... Ул йәнлектәрҙең мыҫҡыллы һүҙҙәрен береһен дә ишетмәгән һәм барыр юлынан тайпылмаған. Риүәйәттең хикмәте шунда: һинең үҙеңә булған ышанысыңды бөтөрөргә, юҡ итергә тырышҡан кешеләрҙе бер ҡасан да тыңлама! Улар һинең хыялыңды, шатлығыңды урлай!

208 просмотров

Канал в каталоге Максиметера

936 подписчиков · Новости

Читать дальше

Два раза в неделю свежие посты этого канала — на почту и в личную ленту. Без повторного поиска канала вручную.