🇸🇮Мәләүез районы үҙәк дауаханаһының табип-оториноларингологы Әлфәрит Йосопов йыл дау... — 22 июня 2026 г. в 14:16:25.325
🇸🇮Мәләүез районы үҙәк дауаханаһының табип-оториноларингологы Әлфәрит Йосопов йыл дауамында Луганск, Донецк Халыҡ Республикаһында йәшәгән халыҡҡа медицина ярҙамы күрһәткән. 🚑Унда аҡ халатлыларҙы хөрмәтләп "Ерҙәге фәрештәләр" тип хөрмәтләп йөрөткәндәр. 👍Халыҡ сәләмәтлеге өсөн хеҙмәт иткән Әлфәрит Йосопов Лука Крымский миҙалы, “Мәрхәмәтлек” ордены менән бүләкләнгән. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров юғары һөнәри оҫталығы һәм һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн хәрби хәрәкәттәр ветеранына Башҡортостан Республикаһының Почет Грамотаһы тапшырған.

