«Һаулыҡ поезы» үҙенең кәрәклеген күптән иҫбатланы. Ул диагноз ҡуйып ҡына ҡалмай, артаба... — 16 июля 2026 г. в 09:08:12.472
«Һаулыҡ поезы» үҙенең кәрәклеген күптән иҫбатланы. Ул диагноз ҡуйып ҡына ҡалмай, артабан дауаланыуға булышлыҡ итә. Бөгөн Хәсән ауылы халҡы күсмә “дауаханала” флюорография үтте, ЭКГ эшләтте, анализдар бирҙе, ҡан баҫымын үлсәтте. Уларҙы Мәләүез үҙәк район дауаханаһынан килгән терапевт, офтальмолог, хирург, кардиолог, уролог, гинеколог, отоларинголог ҡараны. Был Мәләүез районында "Һаулыҡ поезының" аҙаҡҡы туҡталышы булды. Хакимиәт башлығы Зәбир Ғабдуллин мөмкинлектән файҙаланып, врачтарға, фельдшер һәм лаборанттарға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. - Киләһе йылда ҡабат ҡунаҡҡа көтәбеҙ! - тип ҡалды халыҡ.

