⚡ Башҡортостанда дошман БПЛА-ларының һөжүме кире ҡағылды — 23 июля 2026 г. в 10:07:02.097
⚡ Башҡортостанда дошман БПЛА-ларының һөжүме кире ҡағылды Туймазы районындағы сәнәғәт объектына пилотһыҙ осоу аппараттары менән террор һөжүме яһалды. Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты хәбәр итеүенсә, һөжүм кире ҡағылған. Зыян күреүселәр юҡ. БПЛА ҡалдыҡтары төшөү сәбәпле янғын сыҡҡан. Әлеге ваҡытта уны һүндереү эштәре бара. Ваҡиға урынында бөтә оператив хеҙмәттәр эшләй. Хәл контролдә тотола.

