📍Шайтан таяғының файҙаһы — 23 июля 2026 г. в 06:02:18.181
📍Шайтан таяғының файҙаһы Үҫемлектең япрағы сәскә атҡан ваҡытта йыйыла. Күләгәлә киптерелә. Ул бауырҙың ағыулы матдәләргә ҡарата һаҡланыу үҙенсәлеген кѳсәйтә. Бынан тыш, үт барлыҡҡа килтереүгә һәм уны тиҙ арала сығарыуға булышлыҡ итә. 📍 Үҙ сиратында матдәләр алмашыныу һәм аҙыҡ эшкәртеү процесын яҡшырта. Шуға күрә шайтан таяғынан эшләнгән препараттарҙы бауыр циррозы, киҫкен һәм хроник гепатиттан тәғәйенләйҙәр. 📍Үҫемлектең япрағынан һәм сәскәһенән әҙерләнгән тѳнәтмәне йѳрәк һүлпән эшләгәндә, ҡан баҫымы түбәнәйгәндә, һыуыҡ тейҙереп сирләгәндә, дѳйѳм шешенгәндә, бәүел ҡыуығы шешкәндә, геморрой булғанда ҡулланырға кәңәш итәләр. ↘️https://kungak.ru/news/useful-tips/2026-07-23/shaytan-taya-y-4760331

