📍️БӘХЕТЕМДӘН ЯҘҘЫРМАҒЫҘ Уҡыу, ятаҡ, уҡыу, ятаҡ, уҡыу, ятаҡ... Ятаҡ... Уҡыу... Көн һайы... — 6 августа 2026 г. в 08:23:15.720
📍️БӘХЕТЕМДӘН ЯҘҘЫРМАҒЫҘ Уҡыу, ятаҡ, уҡыу, ятаҡ, уҡыу, ятаҡ... Ятаҡ... Уҡыу... Көн һайын, һәр ваҡыт, сикһеҙ. Бер тәгәрмәстә өйрөләһең. Башы ла, аҙағы ла юҡ. Зифа эңер яҡтыһы төшкән ятаҡ бүлмәһендә мәғәнәһеҙ ҡараш менән түбәгә текләп ята бирҙе. Бер сәғәт, ике сәғәт... Таң һыҙыла башланы. Ҡыҙ, ҡапыл урынынан тороп, ҡулына ултырғыс алды һәм балконға сыҡты. Уның йөҙө тыныс, һоро күҙҙәрендә лә бер ни уҡып булмай. Әйтерһең, Зифа балконға ун дүртенсе ҡаттан аҫҡа һикерергә түгел, ә таң һауаһын һуларға сыҡты. Уның хәрәкәттәрендә артыҡ бер нәмә лә юҡ, улар туҡтауһыҙ, талғын: сыҡты, ултырғысты ҡуйҙы һәм менеп тә баҫты. Ләкин артабан ҡатып ҡалды. Аҫҡа ҡараны, әммә бер нәмә лә тойманы. Ул күптән бер ни һиҙмәй. Йылмаймай ҙа, иламай ҙа. Бер ни юғалтмай, бер ни тапмай. Яратмай, яратылмай. Хыялдар, маҡсаттар ҙа юҡ. Иң күңелһеҙе – уға барыбер. Тик былай йәшәге килмәй. Йәшәү ҙә түгел инде, ә бар булыу. Ғүмерендәге һуңғы аҙымын эшләргә алға ынтылды... һәм Зифала һуңғы айҙа тәүге тапҡыр хис барлыҡҡа килде. Ул ҡурҡты. Ғүмерендәге иң ҙур гонаһ ҡылыуға ул нисек барып етте? Нисек уның шулай йәшләй тормоштан күңеле ҡайтты? Зифаның бейеклектән башы әйләнеп китте. Көскә ултырғыстан төшөп бүлмәһенә инде. https://kungak.ru/news/literature/2026-08-06/b-hetemd-n-ya-yrma-y-4773321

