📍КӨСҺӨҘ КЕШЕ — 22 августа 2026 г. в 03:14:49.735
📍КӨСҺӨҘ КЕШЕ Ярай, апай, килерһегеҙ, йәме, - ул тағы бер нурлы йылмайып ҡараны ла сығып юғалды. Әллә ниндәй кеше… йондоҙмон тип маһаймай ҙа йылмайыуын тирә-яҡҡа сәсә. Ә шул нурҙар хәүефте тарата, йонсоу көн дә яҡтырып китә. Шуны үҙе беләме икән? Юҡтыр. Ул бөйөк эштәр өсөн яралған ижадсы. Ваҡлыҡтар ят уға. Эскерһеҙ күңеленең шар асыҡ булыуын күреп хафаланып ҡуям ҡай саҡта. Яңылышмаһа ярар ине, тим, берәй эскерле әҙәм асыҡ күңеленә ласлатҡансы төкөрөп китмәгәйе. Тәҙрәнән тышҡа баҡтым. Бәй-бәй, ни күрәм? Минең ҡарашҡа ниндәйҙер дәрәжәлә идеаль күренгән ҡояш малайы ят ҡыҙҙы ҡосаҡлап тора. https://kungak.ru/news/literature/2026-08-21/k-s-keshe-4788700

