Перейти к содержимому
Максиметер

📍Махсус хәрби операция биләмәһендә Салауат районынан «Башҡорт» позывнойлы коптер тибын...

📍Махсус хәрби операция биләмәһендә Салауат районынан «Башҡорт» позывнойлы коптер тибындағы БПЛА өлкән операторы хеҙмәт итә. Дрон операторы билдәләүенсә, пилотһыҙ аппараттар менән идара итеү күнекмәләре бөгөн армияла ғына түгел, ә граждандарҙың эшмәкәрлек өлкәләрендә лә талап ителә. БПЛА подразделениеларында хеҙмәт итеү заманса юғары технологиялы компетенциялар бирә, ти ул. Муниципалитет хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, «Башҡорт» 2024 йылда РФ Оборона министрлығы менән килешеү төҙөгән. Быға тиклем ир-уҙаман тыуған ауылында механизатор булып эшләгән. Хәҙер уның бурыстары – разведка, артиллерия утын коррекциялау, дошман позицияларына һөжүм итеү, шулай уҡ алғы һыҙыҡҡа боеприпастар һәм медикаменттар ташыу. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев исемендәге пилотһыҙ осоу системалары батальонына йыйыу иғлан ителде. БПЛА батальоны сафында хеҙмәт итеү менән ҡыҙыҡһынған ир-егеттәр 8 (34764)-3-25-24; 3-23-91 телефонына шылтырата ала.

271 просмотров

Канал в каталоге Максиметера

1 011 подписчиков · Новости

Ещё по теме «Новости»

Читать дальше

Два раза в неделю свежие посты этого канала — на почту и в личную ленту. Без повторного поиска канала вручную.