✅ Ике ҡыҙы бер юлы кейәүҙәрен танышырға алып ҡайтҡас, буласаҡ ҡайны кешенең шатлығының ... — 27 августа 2026 г. в 07:41:02.811
✅ Ике ҡыҙы бер юлы кейәүҙәрен танышырға алып ҡайтҡас, буласаҡ ҡайны кешенең шатлығының сиге булманы. Бына-бына ҡәйнә буласаҡ ҡатын да тулҡынланып, туй тураһында уйлана башланы. Кейәүҙәре менән яҡындан танышып, һөйөнөшөп йөрөгән көндәре. 😎Бигерәк тә ҡайнының кәйефе күтәренке. Малай һөйөү бәхете теймәгәс, уларҙы үҙ улдарылай ҡабул итеп, шатлығын йәшермәй, балҡый. “Эх, ярҙамсыларым булды. Бесән эшләүгә лә, төҙөлөшкә лә, мал салыуға ла иптәштәрем бар”, – тип уйланы. Шуға ла бөгөн кис айырыуса хисләнеп, өсөнсө көн ҡунаҡ булған кейәүҙәренә: – Егеттәр, иртәгә һарыҡ көтөүе. Берегеҙ сығырһығыҙ, – тине лә тыныс күңел менән йоҡларға китте. https://kungak.ru/news/fate-life/2026-08-27/ike-key-4793689

