🤲 Ун осраҡта Аллаһы Тәғәләнең рәхмәт фәрештәләре изге доға ҡылып тора
🤲 Ун осраҡта Аллаһы Тәғәләнең рәхмәт фәрештәләре изге доға ҡылып тора ✔️ Ауырыу кешенең хәлен белергә барғанда йәки зыярат ҡылғанда. ✔️Мәсеттә йәмәғәт намаҙының беренсе сафына баҫҡанда. ✔️Намаҙҙан һуң мәсеттә ҡалып, доғалар ҡылып ултырғанда. ✔️Йоҡларға ятыр алдынан тәһәрәтләнеп ятҡанда. ✔️ Аллаһ ризалығы өсөн дуҫыңдың хәлен белергә, ҡунаҡҡа барғанда. ✔️ Ураҙаға инергә ниәт итеп, сәхәр ашағанда. ✔️Дин ҡәрҙәшең, дуҫың йәки туғаның өсөн, улар яныңда булмаған саҡта, изге доға ҡылғанда. ✔️Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ﷺ-кә салауат әйткәндә. ✔️Аллаһ Тәғәләнең ризалығы өсөн тип, саҙаҡа биргәндә. ✔️ Кешеләрҙе изгелеккә, хәйерле ғәмәлдәргә өндәгәндә һәм өйрәткәндә. ✨ Аллаһы Тәғәлә һәр изге ғәмәлебеҙҙе ҡабул итһен ин шәә Аллаһ 🤲!