🍁Ноябрь айына һынамыштар...
🍁Ноябрь айына һынамыштар... 🔸1 ноябрь көн йылы булһа, ҡыш йылы килер 🔸2 ноябрь - ҡар ҡоро ергә төшһә, ә ағастар япраҡ ҡойоп бөтөрмәгән булһа, ул тиҙҙән иреп бөтә 🔸3 ноябрь көн йылы булһа, бер аҙна йылы һауа торошо һаҡлана 🔸4 ноябрь ямғыр яуһа, ҡыш иртә килер. Ваҡ ямғыр һибәләһә, һауа торошо боҙолор. 🔸5 ноябрь көнө ҡар йәки ямғыр яуһа, өс аҙнанан ҡар ята 🔸6 ноябрҙә ай нур сәсеп ялтыраһа—йылыта, һыҙыҡланып торһа—һыуыта 🔸7 ноябрҙә йондоҙҙар тоноҡ янһа, һауа торошо боҙола 🔸8 ноябрь иртәнән бәҫ—ҡарлы ҡышҡа ишара 🔸9 ноябрь ниндәй—май айы шундай 🔸10 ноябрь бәҫ—һыуыҡҡа, томан—епшек көнгә 🔸11 ноябрь—болоттар түбән йөҙһә, сатнама һыуыҡтар көтөлә 🔸12 ноябрь ҡырпаҡ ҡар төшһә, ысын ҡыш оҙаҡ көттөрмәҫ 🔸13 ноябрь көн аяҙ икән, иртәгәһе көндәр елле булыр 🔸14 ноябрь көнө ҡар төшһә, яҙ һыу күп булыр. Был көндө аяҡҡа бысраҡ эйәрә икән, һыуыҡтар булмаҫ.