Бөгөн БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары ултырышҡа йыйылды
Бөгөн БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары ултырышҡа йыйылды Көн тәртибендәге мәсьәлә – Парламент Рәйесен һайлау. Белеүегеҙсә, кисә БР Башлығы Радий Хәбиров оператив кәңәшмәлә Ҡыҙыл округы буйынса депутат булып һайланған Андрей Назаровты рәйеслеккә тәҡдим иткәйне. Әлеге ултырышта фракциялар етәкселәренең сығыштарынан һуң, Андрей Назаров бер тауыштан БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе итеп һайланды. Уға уңыштар теләйбеҙ!
363 просмотров