Хәтер һандығына һал! Үҙеңдән байыраҡ, дәрәжәлерәк булғандарға түгел, ә ярлыраҡ һәм көсһ...
Хәтер һандығына һал! Үҙеңдән байыраҡ, дәрәжәлерәк булғандарға түгел, ә ярлыраҡ һәм көсһөҙөрәктәргә баҡ – булғанына шөкөр итеп, ғибрәт алыу өсөн. • Хәл-ваҡиғаларҙың иң насар үҫеш алыуына ла әҙер бул! • Яман уй-фараздарҙан, шик-шөбһәләрҙән һаҡлан. • Асыуланма. Ғәфү итергә, рәхимле булырға өйрән. Бел: беҙҙең ғүмеребеҙ бик ҡыҫҡа! Энәнән дөйә яһап, ауырлыҡтарыңды ҙурлама. • Минут һайын Күктең ярылып төшөүен йә иһә Ер шарын һыу баҫыуҙы хафаланып көтмә. • Артыҡ зиннәтле, мул тормоштан һаҡлан, ябай бул. Сөнки артыҡ байлыҡ һинең ваҡытыңды урлай, тәндең иркәлеге – йәнгә ғазап. • Өлөшөңә төшкән һынауҙар менән өлөшөңә төшкән ниғмәттәрҙе сағыштыр. Әлбиттә, һуңғылары һәр саҡ күберәк булыр.