Ауыл хужалығында
Ауыл хужалығында Уңышты тәләфләмәй йыйып алыу мөһим Районда ауыл хужалығы үҫеш осоро кисерә Төбәктең агросәнәғәт комплексы тарихында яңы бит асылды - яңыраҡ Салауат исемендәге хужалыҡтың Воскресенский бүлексәһендә эксперименталь рәүештә робот ярҙамында эшләүсе ферма сафҡа индерелде. Ауыл хужалығының эшмәкәрлеге, урып-йыйыу барышы тураһында яҡындан танышыу маҡсатында ошо көндәрҙә Ергән ауылында урынлашҡан хужалыҡ идараһына юл тоттоҡ. Етәксе урынбаҫары Азат Иманғолов менән Любовь Романова беҙҙе эш урынында ҡаршы алды. Хужалыҡ рәйесе Рәмис Иманғолов Воскресенскийҙағы роботлаштырылған фермаға киткәйне. Ул көндө электр ваҡытлыса туҡтатыла тигәс, һауыу процесы туҡтап ҡалмаһын, ҡиммәтле ҡоролма эшлектән сыҡмаһын тип, шул яҡҡа юл тотҡан. Ҡыҙыу эш мәле булыуға ҡарамаҫтан, Азат Иманғолов хужалыҡтың Һабаш биргадаһы механизаторҙары янына алып китте. Ферма янында ҙур төргәктәрҙә һалам өйгәндәр, былтырғыһы ла һаҡланған. 360 гектар майҙанда ултыртылған, бейеклеге ике метрҙан оҙонораҡ үҫкән кукуруз баҫыуындағы уңышты ике аҙна эсендә йыйып алырға ниәттәре. “Ҡомло ерҙә үҫкәнгә һарғайып бара. Силос өсөн иртәрәк алырға кәрәк булған. Ярай, артыҡ үкенерлек түгел, уны орлоҡҡа ҡалдырырға була. Тәжрибәле зоотехник Азамат Йәрмөхәмәтов менән агроном Рәмил Йосопов уның дымлылығын күҙәтеп ҡарап бара”, - ти етәксе. Баҫыу һәм силос соҡоро араһында машина ағымы һис туҡтамай, береһе йөгөн бушатыуға икенсеһе килеп етә. Мал аҙығы әҙерләүсе механизаторҙар Ниғмәт Иманғолов, Венер Бикбулатов, Рим Мөслимов, Тимур Буранбаев, Закир Алсынбаев, Иван Семеновтың ҡеүәтле техниканы оҫта йөрөтөүенә ҡарап, үҙ эшен яҡшы белгәнлеген аңлайһың. “Быйыл уңыш йыйыу эшендә иллегә яҡын механизатор ҡатнаша. Орлоҡ таҙартыу комплексы төҙөлөшөндә эшләгәндәрен иҫәпкә алһаң, Ирина Иманғолова ҡулы аҫтында ашнаҡсыларыбыҙ Луиза Ғәйнуллина, Альмира Рәмиева, Рима Ишембаева һикһәнгә яҡын эшсене ашата”, - ти Азат Миҙхәт улы. Хужалыҡта эш барышы туҡталмай. Ошо арала 80 гектар майҙанда картуф уңышын йыйыу башлана. Тәжрибәле белгестәр һәм үҙ эшен тырышып башҡарған ауыл хеҙмәткәрҙәре булғанда мал-тыуарға аҙыҡ етерлек тупланасаҡ.