Милли архивтан 50 процент ташлама менән мәғлүмәт алырға була
Милли архивтан 50 процент ташлама менән мәғлүмәт алырға була ▶Был республикала махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм ветерандар һәм уларҙың ғаилә ағзалары өсөн ғәмәлдә булған ярҙам сараларының береһе. 50% ташлама тематик, шул иҫәптән генеалогик һорауҙарҙы үтәгәндә ғәмәлдә. Мәҫәлән, туғандар тураһында мәғлүмәт табырға, ғаиләнең тарихын белергә йәки кәрәкле архив документтарын алырға мөмкин. Был мөмкинлектән файҙаланыу өсөн +7 (347) 276-55-21 телефоны буйынса Башҡортостан Республикаһының милли архивына мөрәжәғәт итегеҙ. Белгестәр һорауҙы нисек рәсмиләштереү һәм ниндәй документтар кәрәклеге хаҡында һөйләйәсәк. Һорау бирергә һәм мөрәжәғәт ебәрер өсөн уранан-тура «Ветеран 02»ҡушымтаһы аша мөмкин. Унда шулай уҡ яңылыҡтар, файҙалы мәғлүмәт тупланған.