9 октябрҙә Республикала сиреналар яңғырай
9 октябрҙә Республикала сиреналар яңғырай 9 октябрҙә иҫкәртеү системалары тикшерелә. Был көндө электр сиреналары һәм тауыш биреүсе аппараттар эшләй башлаясаҡ, ә дөйөм ҡулланылыштағы телеканалдар һәм радиостанциялар эфиры мәғлүмәт хәбәрҙәре менән алмаштырыласаҡ. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, сирена тауышын ишеткәс, тыныслыҡ һаҡларға, теләһә ниндәй теле - йәки радиоканалды ҡабыҙырға һәм хәбәрҙе тыңларға кәрәк. Мәғлүмәт шулай уҡ «Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы»ның мобиль ҡушымтаһында ла буласаҡ. Иҫкәртеү системаһы халыҡҡа тәбиғи һәм техноген характерҙағы ғәҙәттән тыш хәлдәр хәүефе йәки килеп сығыуы тураһында сигналды ваҡытында еткереү өсөн тәғәйенләнгән. Төбәктәрҙә комплекслы тикшереүҙәр йылына ике тапҡыр — март һәм октябрь айҙарында — иҫкәртеү системаһының эшсәнлеген һәм ғәҙәттән тыш хәлдәргә яуап биреүгә ашығыс хеҙмәттәрҙең әҙерлеген баһалау өсөн үткәрелә. Яңыртылған график буйынса 9 октябрҙә урындағы ваҡыт буйынса 10.00-дән 11.00-гә тиклем бөтә ил буйынса, шул иҫәптән Башҡортостанда, электр сиреналары һәм тауыш биреүсе аппараттар эшләй башлаясаҡ.