Район хакимиәтенең ултырыштар залында РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғускаров халыҡ...
Район хакимиәтенең ултырыштар залында РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғускаров халыҡты ҡабул итте. Үҙҙәрен борсоған мәсьәлә менән 13 кеше килде. Мөрәжәғәттәр спорт һәм мәҙәниәт, инфраструктура, махсус хәрби операция ҡатнашыусыларына ярҙам, мәктәптәрҙең ябылыу ихтималы һәм башҡа тармаҡҡа ҡағылды. Мәҫәлән, «Яугир» клубында практик атыуҙы үҫтереү, Балалар сәнғәт мәктәбен капиталь ремонтлау, балалар баҡсаһына музыкаль инструмент һатып алыу, миграция, иҫкергән электр терәктәрен алмаштырыу мәсьәләләре күтәрелде. Депутат һәр һорауҙы тыңланы, мөрәжәғәттәр буйынса артабан эшләйәсәген белдерҙе. Күптәргә урында юридик ярҙам күрһәтелде. Бер нисәүһе кәрәкле ведомстволарға ебәрелде. Ҡабул итеүгә килгәндәр үҙ проблемалары буйынса аңлатма алды һәм Зариф Закир улына ярҙамы өсөн рәхмәт белдерҙе.