Перейти к содержимому
Максиметер

📍Өфөлә уҡыусыларҙы «шайморатовсылар» сафына алыу тантанаһы үтте. Был сарала Мәләүез ра...

📍Өфөлә уҡыусыларҙы «шайморатовсылар» сафына алыу тантанаһы үтте. Был сарала Мәләүез районының Кинйә Арыҫланов исемендәге 9-сы башҡорт гимназияһының 5 «Ш» класс уҡыусылары ҡатнашты. Тантаналы сара Өфөнөң Совет майҙанында ойошторолдо. Рәсәй Геройы, генерал Миңлеғәле Шайморатов исемендәге Шайморатов кластарының 550 уҡыусыһы тоғролоҡ антын бирҙе һәм 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының хәрби байраҡтары күсермәләрен алды. Йәш патриоттарға Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Рәсәй Геройы Вәсил Ямалетдинов фатиха һүҙҙәрен еткерҙе.

424 просмотров

Канал в каталоге Максиметера

936 подписчиков · Новости

Читать дальше

Два раза в неделю свежие посты этого канала — на почту и в личную ленту. Без повторного поиска канала вручную.