📍 Ҡурай
📍 Ҡурай Әлмисаҡтан алып ҡурай моңо Башҡорт тарихына бәйләнгән. Башҡортлоҡто иҫбат итеп ҡурай Беҙҙең тамғабыҙға әйләнгән. Ҡурай моңо, уның заңы һәр саҡ Мейеләргә тиклем олғаша. Шуға башҡорт тигән ғорурлыҡ та Быуын -быуын күсә ҡан аша. Борон олатайҙар ҡурай уйнап Ҡатын-ҡыҙҙың зарын аңлатҡан, Оләсәйҙәр иһә уға ҡушлап "Зөлхизә"не йырлап илатҡан. Ҡурай әле лә бит күпте һөйләй, Башҡорт ҡурай менән дан алды. Ҡулда ҡурай икән, тимәк башҡорт, Башҡорт икән, тимәк ҡурайлы! Хәлиҙә Шәйәхмәтова.