📍Ғашиҡ булған икән Диләфрүз... Үҙенән бер курс алда уҡыған Стәрле егете менән студентт...
📍Ғашиҡ булған икән Диләфрүз... Үҙенән бер курс алда уҡыған Стәрле егете менән студенттәр ҡуйған спектаклдә бергә уйнарға тура килә уларға. Нисек тиҙ арала уға ғашиҡ булғанын һиҙмәй ҙә ҡала ул. Репетициянан һуң Радмир ҡыҙҙарҙы ятаҡтарына тиклем оҙатып бара. Ҡыҙҙар уны ихласлап үҙҙәренә күпме саҡырһалар ҙа, уңайһыҙланыпмы, инеп тормай. Шул көндән һуң Диләфрүздең ғәмһеҙ тормошо бөтөнләй икенсе йүнәлеш ала. Егеттең яғымлы тауышы менән ролендәге ғашиҡ булған ҡыҙына һөйләгән һүҙҙәре ҡолағынан китмәй. Киләһе репетиция булыр кисте Диләфрүз көскә еткереп ала: ваҡыты ла һиңә кәрәк саҡта бигерә-ә-к оҙаҡ үтә икән. Етмәһә, ул көндө репетицияларын, ни сәбәптәндер, икенсе көнгә күсерәләр. Бына яңынан осрашыу. Репетициялар ваҡытында егет тә, ролендәге һүҙҙәрен бутап, яңылышып бөтә. Бер-береһенә яҡыныраҡ торғанда Диләфрүзгә ҡарамаҫҡа тырыша. Репетицияны көс-хәл менән тамамлайҙар. Был юлы ла Радмир ҡыҙҙарҙы оҙатып килә. Курсташ ҡыҙҙары, уларҙың араһында ниҙер барын һиҙенеп, икәүһен генә ҡалдырып, алға йүгерәләр. Бына улар икәүҙән-икәү генә. Быға тиклем шаярып-көлөп, мәҙәктәр һөйләп, ҡыҙҙарҙың күңелен асып килгән егет ҡапыл тынып, юғалып ҡала. Күпмелер ваҡыттан һуң ғына ҡыйыулығы етеп: – Диләфрүз, иртәгә кис һин бушһыңмы? Әйҙә, икәүләп осрашайыҡ? – тип һорай. https://kungak.ru/news/literature/2026-10-11/ber-ya-ylysh-a-ym-hik-y-4840587