Бөгөн Мәләүездең ҡала пляжында Ағиҙелгә уҡбалыҡ (стерлядь) ебәрҙеләр. Сарала район хаки...
Бөгөн Мәләүездең ҡала пляжында Ағиҙелгә уҡбалыҡ (стерлядь) ебәрҙеләр. Сарала район хакимиәте башлығы Зәбир Ғабдуллин, Мәләүез ҡалаһы хакимиәте башлығы Андрей Васин һәм Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров ҡатнашты. Һыу ресурстарын һаҡлау - власть вәкилдәренең һәм халыҡтың уртаҡ бурысы. 🤝 Уҡбалыҡ - һыуҙың таҙалығына бик һиҙгер, шуға күрә уны ебәреү тағы ла бер күрһәткес: йылғаның экосистемаһы яҡшыра 🌱