❓ Солоҡ балын ауыҙ иткәнегеҙ бармы?
❓ Солоҡ балын ауыҙ иткәнегеҙ бармы? Ә уның файҙаһы ниҙә? ✅ Башҡорт солоҡ балының ферментив әүҙемлеге юғары. Балдың ҡиммәте диастаз һанына (күләм берәмегенә ҡарата фермент иҫәбе) ҡарап баһалана. Башҡорт солоҡ балыныҡы 22-50 берәмек тәшкил итә. Башҡаларға ҡарағанда был юғары (көньяҡ балыныҡы 5-8, Алтай балыныҡы 18-гә яҡын). ✅ Микроэлементтарға бай: калий, кальций, фосфор, тимер, натрий, көкөрт бар. Улар йөрәк, ҡан, һөйәк һәм нервы системаһы өсөн мөһим. ✅ B төркөмө, A, E, K, PР витаминдары, фолий кислотаһы, аминокислоталар, таниндар, эфир майҙары, холиндар бар - улар барыһы ла иммунитет өсөн кәрәк. ✅ Бактерияларға һәм шештәргә ҡаршы. Был прополисҡа бәйле. ✅ Солоҡ балын көнөнә бер балғалаҡ ашау ҙа файҙалы. Видео: Руслан Агишев.