✅Ҡыш нисек буласаҡ? Метеорологик фараздар буйынса, ҡыштың тәүге айы декабрҙә һауа темп...
✅Ҡыш нисек буласаҡ? Метеорологик фараздар буйынса, ҡыштың тәүге айы декабрҙә һауа температураһы уртаса -10,8 градус тәшкил итәсәк, йәғни нормаға яҡын буласаҡ. Шул уҡ ваҡытта, +1 градусҡа тиклем булған аномалия ихтималы ла юҡ түгел. Ғинуар айында ла шарттар уртаса нормаға ярашлы көтөлә: уртаса температура -12,5 градус тирәһендә буласаҡ, шулай уҡ +1 градус булыуы ихтимал. Төньяҡ-көнбайыш райондарҙа көтөлгәндән йылыраҡ булып аномалия +1 градустан ашыуы мөмкин. Февралдә һауаның уртаса температураһы норманан юғарыраҡ буласаҡ — яҡынса -11,7 градус. Шулай уҡ был айҙа ла аномалия +1 градустан ашауы көтөлә.