Был - бер тапҡыр ғына башҡарыла торған эш түгел, һәр кем республика буйынса өмәләр иғла...
Был - бер тапҡыр ғына башҡарыла торған эш түгел, һәр кем республика буйынса өмәләр иғлан ителгәндән башлап, әүҙем ҡатнаша. Мәләүездәр ҙә йылдағыса унан ситтә ҡалмай. Сираттағыһына өҫтәмә белем биреү учреждениеһы белгестәре, педагогия хеҙмәте ветерандары ҡушылды һәм үҙебеҙ йәшәгән урынды тәртипкә килтереүгә өлөшөн индерҙе. “Уртаҡ эш барышында берҙәмлек рухы ла көсәйә”, - ти район мәғариф идаралығы профсоюз рәйесе Рафаэль Бирҙеғолов. Педагогия хеҙмәте ветерандары өлгөһө йәштәрҙе илһамландырҙы һәм кесе Ватанға булған һөйөүҙең буш һүҙҙәрҙән түгел, ә көндәлек хеҙмәткә бәйле булыуын күрһәтте. Улар уҡытыусыға асылған һәйкәлдең саңын һөртөп, сәскә гөлләмәһе һалды, тирә-яғын тәртипкә килтерҙе.