Төлкө, бүре һәм айыу осрашып һөйләшеп ултыра икән.
Төлкө, бүре һәм айыу осрашып һөйләшеп ултыра икән. Төлкө: — Тауыҡ фермаһына эшкә урынлаштым, тауыҡтарҙың күплегеее!.. Бер аҙна самаһы эшләнемме, түҙмәй, йән көйҙөргөс бер әтәс йөрөй ине, яңылыштан ашаным да ҡуйҙым... Тоттолар, ярар эштән ҡыуылып ҡына ҡотолдом! - ти . Бүре: — Мин һарыҡ көтөүенә эшкә индем, хатта эт һымаҡ өрөргә өйрәнеп алдым! Эттәр менән бер мискәнән ашаным, ризыҡ мул... Шул, бер көн түҙмәй ҡарт инә һарыҡты ашағайным, кисен белеп ҡалдылар ҙа туҡмап-туҡмап күткә тибеп сығарып ебәрҙеләр... Айыу: — Әәәй, миңә рәхәт! Төҙөлөштә эшләйем! Төлкө менән бүре: — Шунан, нимәһе рәхәт?! Айыу: — Барыһы ла яҡшы унда! Гастарбайтерҙар ғына эшләй, ә уларҙың һанын-иҫәбен тикшереп йөрөүсе юҡ.