Календула төнәтмәһе төрлө ваҡ йәрәхәттәрҙе, бәрелгән, янған, туңған тәнде дауалауҙа һөҙ...
Календула төнәтмәһе төрлө ваҡ йәрәхәттәрҙе, бәрелгән, янған, туңған тәнде дауалауҙа һөҙөмтәле һанала. Ә организмдан һейҙек ҡыуҙырыу өсөн был төнәтмәне һәр ҡабул итеүҙә 10-20 тамсылап эсергә кәрәк. Хәҙерге тәжрибәләр күрһәтеүенсә, календула уникаль шифалы биологик матдәләргә бай үҫемлек һанала. Айырыуса сәскәләге эфир майҙары, каротиноид һәм С витаминдары кеше өсөн файҙалы. Ғәҙәттә, дарыу сеймалы итеп календуланың сәскәләре ҡулланыла. Ә ҡайһы берҙә бөрөһөн һәм япрағын да файҙаланырға мөмкин.