Ошоно уҡып сығығыҙ ҙа, сағыштырығыҙ! Дөрөҫ һымаҡ...Гүзәл заттың гардеробында, дөйөм алғ...
Ошоно уҡып сығығыҙ ҙа, сағыштырығыҙ! Дөрөҫ һымаҡ...Гүзәл заттың гардеробында, дөйөм алғанда, 11 пар аяҡ кейеме була. Ә ир-атта был һан өс мәртәбә аҙыраҡ. Ҡатын-ҡыҙ журналдарҙағы рекламаға күберәк иғтибар итһә, ир кеше гәзиттә баҫылғанын өҫтөн күрә. Сибәркәйҙәр ҡайһы театрға барыуҙы, ниндәй кинофильм ҡарауҙы, аҙыҡ-түлек һатып ала торған магазинды һайлай. Ир-атҡа машина, йорт электроникаһының маркаһын һайлау хоҡуғы бирелгән. Ирҙәр хәл-ваҡиғаға дөйөм баһа ҡуя, ҡатын-ҡыҙ, киреһенсә, иғтибарын ваҡ-төйәккә бүлә. Киҫкен хәл тыуғанда, ҡатын-ҡыҙ башын юғалта, аныҡ ҡына ҡарарға килә алмай, был осраҡта иһә көслө заттың күҙәтеүсәнлеге, һиҙгерлеге арта. Ҡатын-ҡыҙҙың йөҙөндә ҡыҫҡа ваҡыт эсендә егермегә яҡын ым сағыла. Ир-егеттәрҙә был һан икенән артмай – битарафлыҡ һәм ерәнеү.