🙄 Вәт әй! * Беренсе «Альтаир-8800» маркалы компьютер 1975 йылда барлыҡҡа килгән.
🙄 Вәт әй! * Беренсе «Альтаир-8800» маркалы компьютер 1975 йылда барлыҡҡа килгән. * Фотоһүрәтте 1826 йылда француз Жозеф Ньепс уйлап сығарған. * Беренсе пассажирҙар лифты 1857 йылда Нью-Йорк ҡалаһында ҡуйылған. * Тәүге икмәкте беҙҙең эраға тиклем 2840–2680 йылдарҙа Мысырҙа бешергәндәр. * Һалдат бутҡаһын полководец Александр Суворов уйлап сығарған. Ярмаға кәнсирҙәге быҡтырылған итте ҡушҡандар. * Көнбайыш Ҡытайҙа сәйгә шәкәр урынына тоҙ һалалар. * Сәй пакеттарын 1908 йылда Америка сауҙагәре Томас Салливан уйлап сығарған. * Электр лампочкаһын 1874 йылда Рәсәй электротехнигы Александр Лодыгин эшләгән. * Нота «станогын» монах Гвидо д`Ареццо уйлап тапҡан. * Ағас ҡурайҙы беренсе булып Вәкил Шөғәйепов яһаған. * Күҙлекте 1200 йылдың июль айында Ҡытайҙа кейә башлағандар. Тәғәйенләнеше яҡшыраҡ күреү түгел, ә күҙҙәрҙе ҡояш нурҙарынан һаҡлау була. * Барби ҡурсағының тыуған ере – Америка Ҡушма Штаттары. Уны Рат Хандлер исемле кеше уйлап тапҡан. Ҡыҙы Барбара хөрмәтенә Барби тип аталған тәүге ҡурсаҡ 1959 йылда сығарыла. * XIX быуатта Рәсәйҙә матрёшка уйынсығы барлыҡҡа килгән. Уның барлыҡҡа килеүе сәнәғәтсе, сәнғәт әһеле Савва Мамонтов ғаиләһе менән бәйле. «Матрёшка» латинсанан тәржемә иткәндә «әсәй» тигән мәғәнәгә эйә, шуға ла уның балалары күп.