✅ * Һары сәс составында алтын бар.
✅ * Һары сәс составында алтын бар. * Самолётта осҡан ваҡытта кешенең сәсе ике тапҡыр тиҙерәк үҫә. * Сәс көнөнә – 0,33 миллиметр, бер йылда – 12 сантиметр, тотош йәшәү дәүерендә 7 метрға тиклем үҫә. * Әгәр йүгереүсе кешенең аяҡтары ҡырмыҫҡаныҡы кеүек ҡыҙыу хәрәкәт итһә, уның йүгереү тиҙлеге сәғәтенә 1500 километрға етер ине. * 2200 метр бейеклегендәге тау түбәһендә урынлашҡан Әзербайжандың Пирассура ауылы кешеһе Мәхмүт Әйүәзов – 152, Англияла почта хеҙмәткәре Роберт Тейлор 133 йыл йәшәй. * Боронғо грек фәйләсуфы һәм драматургы Софокл 89 йәшендә «Эдип в Колоне» трагедияһын ижад итә, Джузеппе Верди 75 йәшендә «Отелло» операһын тамамлай, ә 80-дә һуңғы операһы «Фальстаф»ты яҙа. * Актриса Сара Бернар 70 йәшендә 13 йәшлек Джульеттаны сәхнәлә уйнай. * Испаниянан Хорхе Каморро 200 сәғәт 20 минут буйы бер туҡтауһыҙ йырлаған. * Һиндостан кешеһе Шри Реви, 34 сәғәт буйы бер аяғында баҫып тороп, донъя рекорды ҡуйған.