Вәт әй!- Германияла бала мәктәпкә 6 йәштә бара. Дәрестән ҡасҡан уҡыусының ата-әсәһе штр...
Вәт әй!- Германияла бала мәктәпкә 6 йәштә бара. Дәрестән ҡасҡан уҡыусының ата-әсәһе штраф түләй һәм уларҙа мәктәп формаһы юҡ. - Чехия мәктәптәрендә "бишле" - иң насар, ә "берле" иң яҡшы билдә булып һанала. Бер уҡытыусы бер нисә фәндән белем бирә. Мәҫәлән, математика уҡытыусыһы - физкультуранан, ә хеҙмәттеке химия, туған тел дәрестәрен уҡытырға мөмкин. - Финляндияла уҡыусы үҙе теләмәһә, таҡта янына яуап бирергә сыҡмаҫҡа хоҡуҡлы. - Израилдә балаларға ҡабатлау, бүлеү таблицаһын ятлатмайҙар.Улар калькулятор ғына ҡуллана. - Испания мәктәптәрендә бары тик бер генә тәнәфес бар. Оҙонлоғо - 30 минут. Унда дәрестәр бер-бер артлы тәнәфесһеҙ генә дауам итә.