Күк йөҙө ниңә зәңгәр?
Күк йөҙө ниңә зәңгәр? 😎 Һеҙ белә инегеҙме? Ҡояштан килеүсе яҡтылыҡ аҡ түгел. Унда ете төрлө төҫ йәшеренгән - ҡыҙыл, ҡыҙғылт һары, йәшел, зәңгәр, күк һәм шәмәхә. Улар ҡушылып аҡ төҫ хасил итә. Күк йөҙө ниңә зәңгәр? Ә бына яҡтылыҡ атмосфера аша үткәндә (унда йөҙөп йөрөүсе газдар аша) ҡайһы бер нурҙар әлеге газ аша иркен уҙа. Иң ҡыҫҡалары - зәңгәр, күк һәм шәмәхәләре тарала. Нәҡ бына улар күк йөҙөн шундай матур төҫкә "буяй" ҙа инде. Атмосферала йөҙөп йөрөүсе һыу һәм боҙ тамсыларында барлыҡ нурҙар ҙа тарала, шунлыҡтан болоттар беҙгә ап-аҡ булып күренә.