Бөгөн 17-се «Шатлыҡ» балалар баҡсаһында «Урал батыр» эпосын һөйләүсе йәш сәсәндәрҙең му...
Бөгөн 17-се «Шатлыҡ» балалар баҡсаһында «Урал батыр» эпосын һөйләүсе йәш сәсәндәрҙең муниципаль конкурсы үтте. Унда 18 бала ҡатнашты. «Берҙәм Рәсәй» партияһының урындағы бүлексәһе сарала ҡатнашып, «Кесе Ватан мәҙәниәте» партия проекты сиктәрендә иҫтәлекле бүләк тапшырҙы. Мәҙәни мираҫты һаҡлауға, балалар ижадын үҫтереүгә урындағы бүлексә мөһим өлөш индерә. Педагогтарға йәш сәсәндәрҙе әҙерләгәндәре, ата-әсәләргә тырышлығы, балаларға эпосҡа булған ихтирамы өсөн рәхмәт. #БерҙәмРәсәй #ЕР02 #Мәләүез #УралБатыр #КесеВатанМәҙәниәте