Иртәнге сәй ваҡыты. Ире ҡатынына яңы ғына эшкә алған сәркәтип ҡыҙыҡайы тураһында һөйләй:
Иртәнге сәй ваҡыты. Ире ҡатынына яңы ғына эшкә алған сәркәтип ҡыҙыҡайы тураһында һөйләй: – Быныһынан уңдым шикелле. Килеп тороп тырыш, уңған. Зауыҡлы ғына итеп кейенә, үҙен бик ҡарай - торғаны менән ҡурсаҡ инде бына! Ҡатыны: – Ҡурсаҡ! тигән булаһың инде? – Ҡурсаааҡ!!! Өлкәндәр һөйләшкәнен аңдып ултырған биш йәшлек ҡыҙҙары ла ҡушылып китә: – Атааай, һин уны арҡаһына ятҡырғанда ул күҙҙәрен йомамы?