«Әтәс урыҫса нисек атала?»
«Әтәс урыҫса нисек атала?» ✅ Һуғыштан һуң ил буйынса ауыл хужалығы иҫәбен алыу уҙғарыла. Унда һәр ауылда заманына күрә алдынғы ҡарашлы кешеләр, йыш ҡына фронтовиктар әүҙем ҡатнаша. Бер ауылда иҫәп алыусы итеп һуғышта ҡатнашҡан, әммә урыҫсаһы самалы булған ағайҙы тәғәйенләгәндәр. Ул йорттар буйлап йөрөй, кәртә-ҡураны ҡараштырып, мал-тыуар, ҡош-ҡортто иҫәпләй ҙә ҡағыҙҙарын тултыра башлай икән: « Бер һыйыр» ти ҙә ҡағыҙына «Один корова». «Ике һарыҡ» – «Два овца», – тип яҙып ҡуя икән. – «Бер әтәс» тигән дә, бер аҙ аптырап ултырғандан һуң: – «Один куриный жеребец», – тип яҙып ҡуйған.
Канал в каталоге Максиметера
1 013 подписчиков · Новости