📍БӘХЕТЛЕМЕ ҺИН...
📍БӘХЕТЛЕМЕ ҺИН... Юҡ, таныр, бына бит автобуста уның ҡаршыһындағы урында класташы Фаян ултыра. Бер яҡ сикәһенә ҡарай тараған етек сөм-ҡара сәстәре, ҡыйылып торған ҡара ҡашы, йылмайғанда соҡорланған сикәһе, саҡ ҡына беленеп килгән мыйығы. Фаян... Үтә шуҡ, тапҡыр, изге күңелле Фаян. Ниңә ул класташына бер һүҙ ҙә ҡушмай, автобус тәҙрәһенә текәлеп уйланып килә? Ул да һағынған класташтарын иҫенә төшөрәлер: ана бит, тиктомалдан бит остарын соҡорайтып, йылмайып ҡуя. Ҡалай йәп-йәш көйө, бер ҙә үҙгәрмәгән. 17 йәшлек кенә. «Эй, алйотмон да инде, нишләп Фаян һаман йәш көйө булһын, ҡырҡты аша атланыҡ бит инде. Улылыр. Ниндәй һылыу, һуйып ҡаплаған үҙе кеүек улы бар класташымдың», – Гөлсөм егеткә текләп ҡарауынан уңайһыҙланып, ата-әсәһе хаҡында һорашырға тип уҡталды ла, яйһыҙ тойоп, өндәшмәне. Егеттәр төпсөшкәнде яратамы, ҡуй, осрашыуҙа белешермен әле, тип, ҡатын-ҡыҙға ғына хас ҡыҙыҡһыныуын еңеп, уйҙарын икенсе юҫыҡҡа күсерергә тырышты. https://kungak.ru/news/literature/2026-11-03/b-hetleme-in-4864172
Канал в каталоге Максиметера
1 011 подписчиков · Новости