19 сентябрь көнө Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында билдәле шағи...
19 сентябрь көнө Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында билдәле шағир, йәмәғәт эшмәкәре, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Сергей Чекмарев, Фәтих Кәрим исемендәге әҙәби премиялар лауреаты Риф Ғәлим улы Тойғоновтоң тыуыуына 80 йыл тулыу уңайынан Хәтер кисәһе үткәрелде. 4-се «Б» класы уҡыусыһы Сәйфуллина Азалина Азат ҡыҙы сарала Риф Тойғондың «Башҡорт булыу өсөн күп кәрәкмәй» тигән билдәле шиғырын һөйләне. Класс етәксеһе — Хажиева Гөлнәрә Салауат ҡыҙы.