Файҙалы каникулдар🔥
Файҙалы каникулдар🔥 ✨30.11-01.11.2026 8б, 10а класс уҡыусылары төркөмө Екатеринбургҡа, технология, фән, авиация һәм космос ҡалаһына, өс көнлөк уникаль сәйәхәткә сыҡты. ✨Беренсе көндә балалар 🛰🚀Роскосмос структураһына ҡараған, Н.А. Семихатов исемендәге ғилми-етештереү автоматика берекмәһе музейына барҙы. Рәсәйҙең ракета - космос техникаһы өсөн идара итеү системаларын һәм радиоэлектрон аппаратураны, шулай уҡ сәнәғәттең төрлө тармаҡтарында технологик процестарҙы автоматлаштырыу өсөн идара итеү системаһын эшләү һәм етештереү өлкәһендәге иң ҙур предприятиеларының береһендә, заманса технологиялар һәм сәнәғәт эшләнмәләре менән танышты. ✨Икенсе көндө сәйәхәтселәр Пышма ҡалаһына, 🚀авиация техникаһының ҙур коллекциялары һәм Ватан авиацияһының үҫеш тарихы тупланған ✈️«Еңеү ҡанаттары» исемле авиация музейына юлланды, планетарийҙа Йыһан буйлап сәйәхәт итте һәм йыһандың ғәжәйеп серле донъяһы менән танышты. Шулай уҡ балалар турҙа ҡатнашыусылар араһында ойошторолған профессиональ виртуаль авиасимуляторҙа осошта ҡатнашыу хоҡуғы өсөн конкурста ҡатнашты һәм 10а класс уҡыусыһы Аҡбаев Байрас 45 ҡатнашыусы араһында еңеү яулап💯, үҙен СУ-25 штурмовигы виртуаль осоусыһы итеп һынап ҡараны. ✨Ҡала буйлап экскурсияла уҡыусылар ҡалаға нигеҙ һалыусы В.Н.Татищев һәм В. И. Генинға һәйкәл, «Екатеринбург-сити» - ҡаланың иң заманса биналары комплексы, ҡала Думаһы һәм өлкә хөкүмәте биналары, IXX быуат сауҙагәрҙәр йорттары, тимер эшләүсе магнаттар һәм тау заводтары йорттарын ҡаранылар, Исеть йылғаһындағы боронғо күпер һәм быуаны, Рәсәйҙең һуңғы императоры Николай II һәм уның ғаиләһе яҙмышы менән бәйле ғибәҙәтханаһын күрҙеләр. ✨Был экскурсия – ябай сәфәр генә түгел, ә ысын техниканы күреү, Ватан космонавтикаһы тарихына ҡағылыу, заманса технологиялар менән танышыу һәм киләсәк һөнәрҙәре тураһында күберәк белеү мөмкинлеге булды. --------------------- ✨30.11-01.11 группа учащихся 8б, 10а класса отправились в уникальное трехдневное путешествие в Екатеринбург – город технологий, науки, авиации и космоса! ✨В первый день дети побывали в предприятии из структуры 🚀Роскосмоса, НПО «Автоматика» им. Н.А. Семихатова, в одном из крупнейших предприятий России в области разработки и изготовления систем управления и радиоэлектронной аппаратуры для ракетно - космической техники, а также системы управления для автоматизации технологических процессов в различных отраслях промышленности,ознакомились с современными технологиями и промышленными разработками. ✨На второй день путешественники отправились в г. Пышма, в Музей ✈️авиации «Крылья Победы», где собраны большие коллекции авиационной техники и история развития отечественной авиации, побывали в планетарии – в путешествии по Вселенной и знакомились с удивительным миром космоса. Так же дети участвовали в конкурсе за право участвовать в полете на профессиональном виртуальном авиасимуляторе среди участников тура и ученик 10а класса Акбаев Байрас выиграл данный конскурс среди 45 участников. ✨В обзорной экскурсии по городу учащиеся увидели памятник основателям города В.Н.Татищеву и В.И. Генину, «Екатеринбург-сити» - комплекс самых современных зданий города, здания Городской Думы и областного Правительства, купеческие особняки IXX века, дома железоделательных магнатов и горнозаводчиков, прогулялись по набережной, где появился первый завод и зарождался Екатеринбург, вдоль старинного моста и плотины на р.Исети, по Вознесенской горке с посещением Храма-на-крови, связанного с судьбой последнего Российского императора Николая II и его семьи. ✨Это была не просто экскурсионная поездка, а возможность увидеть настоящую технику, прикоснуться к истории отечественной космонавтики, познакомиться с современными технологиями и узнать больше о профессиях будущего. #егерменселәр