МОАУ Башкирская гимназия-интернат им.М.С.Буракаевой
Образование · 17 февраля 2026 г.
💫Стәрлетамаҡ ҡалаһының Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназияһында «XVII Кейекбаев у... — 17 февраля 2026 г. в 15:51:56.775
💫Стәрлетамаҡ ҡалаһының Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназияһында «XVII Кейекбаев уҡыуҙары» республика фәнни-ғәмәли конференцияһы үтте. Ғалимдарҙы, йәш быуын күңеленә тел , милләт ҡәҙерен һалыусы уҡытыусыларҙы, студенттарҙы, яңы ҡәләм тирбәтә башлаған уҡыусыларҙы туплаған был оло конференция тел һәм рух байрамы булды. 💫Күренекле ғалим Жәлил Кейекбаевтың башҡорт теленең бөйөклөгөн, байлығын, көсөн сағылдырған оло хеҙмәттәрен, сағыу ижадын, төрки халыҡтарының әҙәбиәтен, мәҙәниәтен, тарихын өйрәнеү менән бергә, конференцияла фән юлына тәүге аҙымдарын яһаусы йәштәрҙең тикшеренеү эштәре, ижад емештәре баһаланды. 💫Иң яҡшы ғилми- тикшеренеү, ижади һәм методик эштәр Башҡортостан Республикаһының мәғариф һәм фән Министрлығы дипломдары менән бүләкләнде. 💫Мәрйәм Бураҡаева исемендәге Башҡорт гимназия-интернатының 8-се "А" класс уҡыусыһы Рәйлә Ишарина (етәксеһе Нурия Мөхтәр ҡыҙы Ҡунысбаева) был мәртәбәле конференцияла 2-се урынға лайыҡ булды. Ҡотлайбыҙ һәм артабан да уңыштар юлдаш булһын! #Кейекбаевуҡыуҙары #БГИимМСБуракаевой

